Новости
21 Август 2019, 03:11

"Йәшлегем һыйыр артынан сабып үтте..."

Билдәле йырсы Илсөйә Бәҙретдинова "Сәхнә" журналында үҙенең бала сағы хаҡында былай тип хәтирәләргә бирелә.

"Ауыл ҡыҙы бит мин. Апайымдарҙан ҡалған күлдәкте кейеп үҫтем. Ҙур резина итектәр, тубыҡтар ҙа бөгөлмәй. Беҙ һыйыр аҫраныҡ, көтөүгә сыға инек. Аҙна һайын сират килеп етә. Бөтә бала сағым, йәшлегем һыйыр артынан сабып үтте. Шуға хәҙер минең иң яратмаған хайуаным – һыйыр, һөтләп сәй ҙә эсә алмайым", – тигән ул. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас