Әлиә идарасыға уҡыһа ла, борт оҙатыусыһы булып эшләргә ҡарар иткән. Ул сәйәхәтте, һауаны, архитектураны үҙ итә, спорт менән шөғөлләнә.
Был ваҡиға йәмәғәтселектә ҙур шау-шыу уятты. Белореттар ҙа үҙҙәренең яҡташы менән ғорурланыуын йәшермәй. "Самолет моторы янған, ә ул ун тапҡыр инеп, тиҫтәләгән кешене сығарған. Әгәр ҙә самолет шартлаһа, уның да ғүмере өҙөлгән булыр ине", – тип яҙа уларҙың береһе.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.Башҡортостан гәзитенән.