«Яҙылыусыларым араһында битараф булмаған кешеләрҙең күп булыуына ышанам. Өфөлә хоспис төҙөү күҙаллана, был изге эш тип уйлайым, беҙ барыбыҙ ҙа быға үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алабыҙ», — тип яҙҙы спортсы.
Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу шарттары ябай: «Иман» хәйриә фонды иҫәбенә 200 һум (күберәк тә мөмкин) күсерергә, фотоның аҫтына «күсерҙем» тигән комментарий ҡалдырырға кәрәк.
Еңеүсенең исеме 30 августа билдәле була — уны осраҡлы рәүештә һайлайҙар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда хоспис төҙөлөшөнә аҡса йыйыу хаҡында республика етәксеһе Радий Хәбиров иғлан иткәйне. Был саҡырыуға эшҡыуарҙар, депутаттар һәм чиновниктар ҙа ҡушылды. Бынан тыш, Brazzaville төркөмө Өфөлә хоспис һалыуға ярҙам йөҙөнән хәйриә концерты менән сығыш яһаны.Башинформ.