Туҡмалған баланың ата-әсәһе фекере буйынса, хәл былайыраҡ була. Икенсе малай өс йәшлек ҡыҙҙы йәберләй башлай. Улдары быны күреп ҡала һәм ҡыҙҙы яҡлаша. Ҡыҙҙы йәберләүсегә был оҡшамай – ул өйөнә ҡайтып, атаһына ошаҡлай. Атай кеше иһә хәлде тикшереп тормай, килә лә улы өсөн үс алып, малайҙы башы менән тимер ишеккә ҡуша һуға. Уның башы ярылып китә.
Әммә... Икенсе яҡ был фараз менән риза түгел. Иң башта балалар араһында бәхәс тыуа, өс йәшлек ҡыҙ бөтөнләй булмай. “Ғәйепле” атай һөйләүенсә, ике малай подъезд янында уның улын туҡмай башлай. Малай атаһын саҡыра. Атаһы: “Яуап итеп һуҡ!” – ти. Ата-әсә фекеренсә, был осраҡ тәүгеһе түгел. Был малайҙар улдарын йыш йәберләй, әйберҙәрен боҙа.
Һөҙөмтәлә улдары яуап итеп һуға, тегенеһе башы менән бәрелә, тик ҡаны аҡмай. Ҡыҫҡаһы, өс малай ҙа өс төрлө күрһәтмә бирә. Уларҙы иҫәпкә ҡуйғандар, әлегә енәйәт эше ҡуҙғатылмаған. Хәлде полиция тикшерә.Башҡортостан гәзитенән.