Новости
21 Август 2019, 03:00

“Аҡ мәсет”тә аҡ доғалар ҡылып...

Башҡорт эстрада йырсыһының Мәккәгә хаж ҡылғанын яҙғайныҡ инде. Бөгөн уның һәм юлдаштарының ҡайтыр мәле етте.

Сәғиҙулла Байегет үҙенең ике аҙналыҡ сәфәрен тамамлай. 45 йәшлек ир уҙаманы быйыл үҙенең мөһим теләгенә иреште. Был хаҡта ул ҡыуанып социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте. Ә бөгөн иртән ул Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Әбү-Даби ҡалаһындағы донъялағы алты иң ҙур мәсеттең береһе – 20 йыл буйы төҙөлгән, 12 гектарлыҡ биләмәлә урынлашҡан “Аҡ мәсет”те күреү ҡыуанысы менән уртаҡлашты.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас