Командир Дамир Йосопов һәм уның экипажының был батырлығы, юғары профессионализмы бик юғары баһалана, ике пилотҡа Рәсәй Геройы, ҡалғандарға “Ҡаһарманлыҡ” ордендары бирелә. Бөтә ил уларҙы ысын геройҙарға тиңләй, рәхмәт белдерә, улар менән ғорурлана һәм пассажирҙар өсөн бергә шатлана...
Беләһегеҙме ошо мәлдә нимәһе иң күңелһеҙе? Пассажирҙарҙың береһе судлашырға йөрөй икән. Пилонда бейеү менән шөғөлләнгән, ябай итеп әйткәндә шәрә килеш бейегән Алла исемле ҡатын пассажирҙар араһында була, ергә ултырғанда уның тәненең бер урыны ғына күгәрә. Ул самолеттың бәләгә тарыған мәлен телефонда видеоға яҙҙыра һәм һүгенә-һүгенә авиакомпанияға, пилоттарға ялыуын белдерә. Уға, баҡһаң, кукуруз баҫыуындағы бысраҡ оҡшамаған. Ҡырымға барып етә алмауына ла бик йәне көйгән икән.
Иҫән ҡалыуына рәхмәт әйтәһе урынға, бына һиңә... суд! Уға ҡарата, бөтә көтөүҙе бысратҡан бер һыйыр, тип кенә әйтке килә.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән. Башҡортостан гәзитенән.