Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин милли проектты быйыл ғәмәлгә ашырыу өсөн биш миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласағын билдәләп үтте, шуның 2,5 миллиарды – федераль ҡаҙнанан. Сафҡа инәсәк 376 миллион һумлыҡ 27 фельдшер-акушерлыҡ пунктының яртыһы авария хәлендәге ФАП-тарҙы алмаштырасаҡ. Унан тыш, Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса ағымдағы һәм киләһе йылда тағы ла 15 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү күҙаллана.
Дөйөм алғанда, Башҡортостанда 380 ФАП яңыртыу талап итә. Республика етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров:
– Тәүге сиратта бөтөнләй емерек хәлдәге һәм шул сәбәпле эшләмәгән фельдшер-акушерлыҡ пункттарын алмаштырыу зарур. Мәҫәлән, мин үткән аҙнала булған Архангел районында һигеҙ ФАП-ты яңыртырға кәрәк. Әйтеүҙәренсә, береһендә ҡышын һауа температураһы 12 градустан юғары күтәрелмәй, ә фельдшер мейес янында ултыра, – тине.
Йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәрен дауалау йәһәтенән республикала өс төбәк ҡан тамырҙары үҙәге һәм дүрт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы, шул иҫәптән Республика онкология үҙәге 770 миллион һумлыҡ дөйөм суммаға яңыртыласаҡ.
Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында ике балалар поликлиникаһы төҙөлөп бөтөп бара, 22 балалар поликлиникаһында капиталь ремонт тамамланыу өҫтөндә.
Радий Хәбиров табиптар һәм шәфҡәт туташтары дефицитын бөтөрөү мәсьәләһе менән дә ҡыҙыҡһынды. Һаулыҡ һаҡлау ведомствоһы етәксеһе мәғлүмәттәре буйынса, августа был исемлек 240 белгескә артҡан. Шул иҫәптән, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә 30 белгес эшкә килгән. Ыңғай динамика Ғафури, Дүртөйлө, Иглин, Ҡырмыҫҡалы райондарында һәм Туймазы ҡалаһында күҙәтелә.
Радий Хәбиров баш ҡала һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыларынан торған күсмә медицина десанттары эшен ойошторорға ҡушты: Сибай миҫалындағы кеүек, улар республиканың проблемалы район һәм ҡалаларына барырға тейеш. Башҡортостан гәзитенән.