Асыҡланыуынса, 18 августа кискеһен водитель "Chevrolet Cobalt" автомобиленә идара итә алмай, юлдан төшөп китә, һөҙөмтәлә машина түңкәрелә.
Үкенесле, водитель ауыр тән йәрәхәттәренән урында уҡ йән бирә. Тикшереү барышында уның рулгә иҫерек килеш ултырыуы ла билдәле булған. Әле юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара, сәбәптәре асыҡлана. Башҡортостан гәзитенән.