Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, түбәндәге район һәм ҡалаларҙа ағыуланыу күрһәткесе уртаса республика күрһәткестәренән шунса тапҡырға юғарыраҡ: Дүртөйлө районында, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районында - 3-3,5, Дүртөйлө ҡалаһында, Ауырғазы һәм Тәтешле райондарында - 1,7-2, Өфө, Октябрьский, Туймазы, Бәләбәй, Баймаҡ, Күмертау, Сибай ҡалаларында һәм Өфө, Ҡалтасы, Стәрлебаш, Туймазы райондарында 1,1-1,5 тапҡырға.
Быйыл йыл башынан һигеҙ баланың иҫерткес эсеп ағыуланыуы осрағы теркәлгән. Стәрлетамаҡта ғына ла 8 - 14 йәштәге биш бала. Бөрөлә, Нефтекамала, Мишкә районында 13 йәштәр тирәһендәге берәр бала алкоголь ҡулланып ағыуланған.