Әле был аяныслы ваҡиға буйынса тәфтишселәр тикшереү эше башлаған, суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән.
Асыҡланыуынса, вафат булған малай майҙансыҡта туғыҙ йәшлек апаһы менән бергә уйнаған. Шуныһы аңлашылмай, нисек ҡыҙыҡайҙың ҡулына үткер бысаҡ килеп эләккән икән.
Уйнаған мәлдә ҡустыһы апаһын ҡыуып тоторға уйлай, ә ҡыҙсыҡ, унан ҡасам, тип йүгереп китә, тик нимәгәлер эләгеп йығыла, ә бысаҡ тотҡан ҡулын өҫкә ҡарай һуҙып өлгөрә. Үкенескә ҡаршы, артынан ҡыуып килгән малай ҙа апаһына эләгеп ауа, тик ергә түгел, ә туп-тура бысаҡ өҫтөнә ҡолай.
Балаларҙың әсәһе был мәлдә йорт алдындағы эскәмйәлә ултырған була, улының әсе итеп ҡысҡырғанына һиҫкәнеп, ғәзиздәре янына ашыға. Малайҙың күкрәгенән урғылып сыҡҡан ҡанды һәм ҡаҙалған бысаҡты күреп, әсәй кеше шунда уҡ "Ашығыс ярҙам" машинаһы саҡырта. Әммә медицина хеҙмәткәҙәре малайҙы дауаханаға алып барып еткерә алмай, ул юлда йән бирә…