Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
19 Август 2019, 09:17
Тәнзилә Дәүләтбирҙина өйҙән сыға алмай ултыра...
Өҙлөкһөҙ ямғырҙарҙың Сочи ҡалаһын баҫыуы һәр кемгә мәғлүм инде. Урамдар буйлап машиналар "йөҙә".
Хатта диңгеҙгә һыу инергә тип киткәндәрҙең урамдарҙа "һыу инеүе" лә видеояҙмаларҙа күренеп ҡала. Һыу баҫыу һөҙөмтәһендә Олимпия паркы шаҡтай зыян күргән.
Йәйҙең был мәлендә диңгеҙгә тип киткән ял итеүселәр байтаҡ бында. Билдәле шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт премияһы дауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина ла һыу тотҡононда ҡалған.
"Сочи ҡалаһын һыу баҫты, беҙ улым Марат менән Адлерҙа өйҙән сыға алмай ултырабыҙ. Ямғыр ҡоя ғына", - тип үҙҙәренең хәлен белдергән ул социаль селтәрҙә.
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, дуҫтар!
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/t-nzil-d-l-tbir-ina-y-n-sy-a-almay-ultyra-/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"