Новости
19 Август 2019, 06:43

Сәйетбабала – Бал байрамы

Башҡорт халҡы борон-борондан ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. Республикабыҙҙың һәр районында етештерелгән балдың даны һәм наҙы бар, һәр төбәк милли кәсептәре менән ғорурлана ала.

2011 йылда Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тәүге тапҡыр республика кимәлендә ҙур Бал байрамы ойошторолғайны. Шул осорҙан был матур сара күркәм йолаға әйләнде һәм йыл да даими үткәрелеп килә. Быйылғыһы ла ифрат үҙенсәлекле булды.


Байрамда ҡортсолоҡ тауарҙары тәҡдим ителде. Төрлө сортлы бал, балауыҙ, прополис һәм башҡа бик күп файҙалы әйберҙәр табырға була ине. Һөнәр оҫталарына төрлө награда-бүләктәр тапшырылды.


Йәрминкәлә, балдан тыш, урындағы фермерҙар йәшелсә, емеш-еләк тә тәҡдим итте. Ҡыҫҡаһы, йәрминкәлә мул йәй уңыштары барыһын да һоҡландырҙы, һәр кем үҙенә кәрәклеһен һайлап алды.


Урындағы мәҙәниәт һарайы артистары бик ҡыҙыҡлы театрлаштырылған тамаша, йыр һәм бейеүҙәре менән үҙенсәлекле Бал байрамын тағы ла йәмләп ебәрҙе. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас