Байрамға йыйылғандарҙы республика ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Байтуллин, Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте башлығы һәм башҡа вәкилдәр тәбрикләне.
– Борондан аттар көс һәм матурлыҡ билдәһе булған. Ат спорты буйынса беренсе республика фестивале өфөләрҙең яратҡан байрамына әүерелер, тип ышанам, – тине Сергей Плотников.