Новости
19 Август 2019, 09:38

"Мин атайһыҙ үҫтем"

Атай! Ошо матур һүҙҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа ғүмер буйы бер әйтергә тилмергән кешеләр бар. Диктор, береһенән-береһе матур йырҙар авторы Зифа Нагаева үҙенең шәхси сәхифәһендә бала сағы, атайһыҙ үҫеүе хаҡында яҙған.

"Атайһыҙ үҫтем мин. Уның ҡыйынлығын атайһыҙ үҫкәндәр генә белә. Атайымдың туғандары менән да аралашманыҡ. Әммә күрше ауылда атайымдың ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән бер туған һеңлеһе Фәймә апай бар ине. Күстәнәстәр алып, һирәк булһа ла, беҙгә килеп, арҡабыҙҙан һөйөп, илап ҡайтып китә торғайны. Күптән түгел Фәймә апайҙың ҡыҙҙары Альмира, Дамира кейәүе Салауат ҡунаҡҡа килеп китте, һөйләшеп туя алманыҡ. Атайлы яҡтарҙан йылы елдәр иҫкәндәй тойолдо... Аҙға ғына булһа ла", – тип яҙған Зифа Нагаева.


Бөтә сабыйҙар ҙа атайлы булып үҫһен ине.
Читайте нас