Йола буйынса тибеҙ, сөнки был сара быйыл һигеҙенсе тапҡыр үткәрелде. Йыйын VIII “Иҙел башы” этнофорумы сиктәрендә ойошторолдо.
Этнофорумды Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов асты. Ҡатай ырыуы флагын Раил Өмөтбаев башҡарыуындағы Ҡатай гимны оҙатыуында күтәрҙеләр.
Байрамда бер юлы бер нисә бәйге үтте: “Ҡатай һылыуы”, “Ҡатай батыры – таш күтәреү”, “Ҡатай көрәше”, “Мәргән уҡсы”, “Йәш Ҡатай” һәм башҡалар. “Ҡатай һылыуы” бәйгеһендә 16-нан 23 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнашты. Һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштырҙы, ижади мөмкинлектәрен күрһәтте, милли аҙыҡ бешереү оҫталығын күрһәтте. Гран-приға Балаҡатай районынан Наҙгөл Рәхмәтуллина лайыҡ булды.
“Ҡатай батыры” нда 16 – 35 йәшкә тиклемге ир-ат көс һанашты. Улар 5-тән 100 килограмға тиклем ауырлыҡтағы таштарҙы күтәрҙе. Межгорье ҡалаһынан Ғәзиз Фәхретдинов еңеүсе тип танылды.
“Ҡатай көрәше” бәйгеһе иһә айырыуса ҡыҙыҡ булды. Унда ҡатнашҡан ир-ат һыбайлы килеш башҡаларҙы атынан алып ташларға тейеш ине. Был ярышта Ҡыйғы районынан Илдус Йосопов еңеү яуланы. “Мәргән уҡсы” тип шулай уҡ Ҡыйғы районынан Айрелия Мәхмүтова танылды.
Ғөмүмән, байрам бик күңелле үтте. Көндөҙ башҡорт халыҡ кәсептәре күргәҙмә-йәрминкәһе даими эшләне, кисен иһә бик матур концерт булды. МС Баш, Раил Өмөтбаев, Ғайсар Миңлеғолов, Айтуған Ғәйзуллин, ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтарҙың сығышын барыһы ла яратып ҡабул итте.
Байрам эстафетаны Балаҡатай районына тапшырыу һәм дискотека менән тамамланды.