Ике йәшлек баланы үҙ әсәһе сәнсеп үлтерә. Һорау алған мәлдә ҡатын, ғәйебен танып: ”Ул миңә ял итергә ҡамасауланы”, – тип яуап бирә.
Йөрәк өшәндерерлек хәл-ваҡиғаға шаһит булған ирҙе лә, үлтереүҙә ҡатнашы бар һанап, ҡулға алғандар. Был ауыр енәйәт Киров өлкәһендә теркәлгән.
Үҙ аҡылындағы айыҡ кеше бындай вәхшилеккә бара алмай. Ни йөрәге менән әсә иң ғәзиз кешеһенә ҡул күтәргәндер?.. Башҡортостан гәзитенән.