Һатыусылар ошо системаға бәйле бизнестары һиҙелерлек зыян күреүен билдәләгән. Төркиә “сифатлы” туристарға йүнәлеш алыуын, улар ял итергә килгән саҡта кәмендә бер мең доллар аҡса сарыфларға тейешлеген дә телгә алғандар.
Ошоға яуап итеп, Урта диңгеҙ ҡунаҡханалар идарасылары союзы етәксеһе Эркан Ягджы: “Төркиәлә “бөтәһе лә бер пакетта” (all inclusive) системаһынан баш тартырға йыйынмайҙар, сөнки ул бар донъяға билдәле. Туристар үҙ иткән, ҙур популярлыҡ менән ҡулланылған ғәмәл был”, – тип белдергән.
Ягджы әйтеүенсә, Төркиәлә берәү ҙә ҡунаҡханаларҙың эшенә ҡыҫылмай, һәр ҡайһыһы туристарҙы хеҙмәтләндереүҙең үҙ юлын һайлай. “Бөтәһе лә бер пакетта” (all inclusive) системаһына ихтыяж бар икән, тимәк, ул артабан да эшләйәсәк”, – ти етәксе.Башҡортостан гәзитенән.