1962 йылдағы Кремль съездар һарайындағы концерт мәлендә ул бар Союзға билдәле була. Артист опера һәм эстрада жанрҙарында уңышлы сығыш яһай. Сағыу, яңғырауыҡлы баритон тауышынан тыш, уның төҫ-ҡиәфәте сәхнә өсөн бик уңышлы тап килгән. 600-ҙән ашыу йырҙы башҡарған, егермегә яҡынын үҙе яҙған, бер нисә фильмда уйнаған.