Беҙҙе нимәләр борсой һәм ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирәсәкбеҙ? Тәүге сиратта – белем биреүҙең сифаты. Һәр баланың һәләтен асыҡларға һәм үҙен шул йүнәлештә үҫтерергә ярҙам итергә бурыслыбыҙ. Һәләтһеҙ балалар булмай.
Икенсеһе – биш көнлөк уҡытыуға күсеү. Күп кенә педагогтар шул арҡала эш хаҡы кәмемәҫме тип ҡурҡа. Уларҙы тынысландырырға теләйем: хеҙмәт хаҡы ҡыҫҡармаясаҡ.
Коллегаларым ҙур теләк менән фекер алышҡан тағы бер тема: "бушаған" шәмбе көнөн нисек файҙаланырға? Бында төрлө түңәрәктәр һәм секциялар асырға киң мөмкинлектәр тыуа. Был йәһәттән дә тәҡдимдәр күп: IP-технологиялар, робот техникаһы, мехатроника һәм башҡалар. Башҡортостан гәзитенән.