Башҡортостандың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев (барса кеше уны Тыр-тыр тип белә): "Малай саҡтарымды иҫкә төшөрә башлаһам, хатта үҙемә әллә ҡалай булып китә, - ти. - Бигерәк ен кеүек булғанмын да ул. Ул дәрестә, ул урам буйында ла. Бер шулай, әллә етенсе, әллә һигеҙенсәлеме, химия дәресендә уҡытыусы Ниғмәтйән ағай бер малай менән тәжирбә яһап тора. Шул ваҡыт мин ике усымды шаа-ап иттереп килтереп һуҡҡайным, икеһе лә әллә ҡайҙа тиклем һикерҙе лә ҡуйҙы. Ни булғанын аңлап өлгөрмәгән ҡайһы берәүҙәр, шартлайбыҙ, ҡотҡарығыҙ, тип сәрелдәй-сәрелдәй парта араһына инеп китте, ҡайһылары кластан сығып йүгерҙе. Аҙаҡ уҡытыусынан ныҡ ҡына эләкте инде".
https://bash.rbsmi.ru/articles/yal-s-tend/fir-t-lievty-m-kt-pte-shartlata-ya-any/