Новости
17 Август 2019, 04:06

Өфөнөң ЮХХДИ-һы водителдәрҙе тикшереү хаҡында иҫкәртә

16 августа Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе тикшерә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, рейд барышында ведомство хеҙмәткәрҙәре автоһәүәҫкәрҙәрҙең документтарын һәм хәл-торошон, пассажирҙарҙы, айырыуса балаларҙы ташыу ҡағиҙәләрен үтәүен тикшерә.

Саралар ҡайһы бер водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуына юл ҡуймау өсөн уҙғарыла.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас