"Daewoo Nexia" автомобиле рулендәге ҡатын һәләк булды. Уның ире һәм 12 йәшлек ҡыҙы дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ икенсе автомобилдәге 18 йәшлек пассажир ҙа дауаханаға эләккән. Әле шуныһы асыҡланды: рулдәге 38 йәшлек ҡатын ауырлы булған. Машиналар шул тиклем ныҡ бәрелешә, уның кәүҙәһен ҡотҡарыусылар килмәйенсә, алып сыға ла алмайҙар хатта.