Был сара матурҙар өсөн генә түгел, ә аҡыллылар, батырҙар өсөн дә. Надежда конкурста ике аяғы ла ампутацияланған берҙән-бер аҫыл зат вәкиле.
Әле ул коляскала килеш бейеүҙәр өйрәнә, матур күлдәктәр әҙерләй. Көйәрмәндәре лә бар: ире Денис һәм улы. Конкурс тураһында осраҡлы белеп ҡала. Ире менән кәңәшләшкәс, заявка ебәрергә ҡарар итә. Тиҙҙән бизнес-проект та әҙер була.
Надежда - блогер, күптәрҙе социаль селтәрҙә эшләргә өйрәтә, сайттар барлыҡҡа килтерә. Элекке фигуристка аяҡтарын юғалтһа ла, тормошта оло мөхәббәтен таба.
Денис Надеждаһын фажиғә булған көндән эргәһенән ебәргәне юҡ. 2014 йылдың 17 авгусы тормоштарын селпәрәмә килтерә. 8-се ҡатта тәҙрә йыуған Надя асыҡ ишектән үтәнән-үтә иҫкән елдә тигеҙлеген юғалтып, түбәнгә тәҙрә ҡорғандары менән бергә оса. Реанимацияла ғына иҫенә килә.1,5 йылда 23 операция үткәрә.
“Денис төндәрен дауаханала үткәрҙе, курткаһын иҙәнгә түшәп йоҡлағандары аҙ булманы, - ти Надежда. - Минең күҙ йәштәренә иғтибар итмәгеҙ, шатлыҡтан ғына ул».