Новости
15 Август 2019, 05:10

Эҫетә!

Ниһайәт, ямғыр туҡтап, йылыта. Ял көндәрендә хатта эҫе көтөлә.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 15 августа урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, төндә һәм иртән томан. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 10-15, көндөҙ 20-25 градус йылы.


16 августа республика буйынса яуым-төшөм көтөлмәй, төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән. Һауа температураһы төндә 11-16, көндөҙ 24-29 градусҡаса эҫетә.


Йәйҙең йәмле көндәре менән ҡыуанып ҡалайыҡ!

"Башҡортостан" гәзитенән.

Читайте нас