6,2 километр оҙонлоғондағы дөйөм юл төҙөлөшөнөң проект-смета документацияһы эшләнеп бөткән. Эштәрҙең хаҡы 110,9 миллион һум тәшкил итә. Әлеге мәлдә документтар дәүләт экспертизаһын үтә. Муниципаль юл фондының 16 миллион һум күләмендә аҡсаһы етмәй, сөнки 1 километр автомобиль юлының смета хаҡы 900 мең һум тора.
Был хәлдән сығыу өсөн районға үҙ техникаһын һатып алыу зарур. Бындай алым эштәрҙе өс тапҡырға арзанайтасаҡ. Шул уҡ ваҡытта районда файҙалы ҡаҙылмаларға бай 20 карьер бар. Район хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, техника һатып алыу эште арзанайтып ҡына ҡалмаясаҡ, ә тиҙ арала башҡарыу мөмкинлеген дә бирәсәк.