Яңы хужа ғаиләгә ипотека буйынса ҡалған бурысты тиҙ арала ҡапларға ҡушҡан. Өҫтәүенә уға фатир оҡшап ҡалған һәм уны һатырға, тигән ҡарар сығарған. Ә бының сәбәбен күсемһеҙ милек хужаларының түләүҙәрҙе ваҡытында атҡармауы менән аңлатҡан. Бынан ошо талаптар менән кредитор ғаиләне судҡа биргән. Урындағы суд был талапты нигеҙһеҙ тип тапҡас, ул тағы юғарыраҡ судҡа мөрәжәғәт иткән. Был инстанцияла, ипотека торлағын һатырға мөмкин, тигән ҡарар сығарғандар.
Ошо хәлдән һуң ғаилә, ғәҙеллек юллап, Рәсәйҙең Юғары судына мөрәжәғәт иткән. Ә ул Граждандарҙың эштәре буйынса суд коллегияһы быға тиклем сығарылған ҡарарҙың нигеҙһеҙ икәнлеген асыҡлаған.
Был тарих 11 йыл элек башланған. Ошо ваҡытта йәш ғаилә, банктан 1,2 миллион һумлыҡ кредит алып, бер бүлмәле фатир һатып алған. Законға ярашлы, торлаҡ кредиттың залогы булған. Ғаилә яңы торлаҡҡа күскән дә йәшәй башлаған. Улар үҙҙәренең фатирының хужаһына әйләнгән. Әммә йылдар үтеп, банктың проблемалары килеп сыҡҡас, фатирға хоҡуҡ бер яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә күскән. Был хәл 2015 йылда теркәлгән.
Түбәндәгеләр хаҡында оноторға ярамай: кредит алынған фатир буйынса бурыс биш проценттан кәм булһа, әгәр түләүҙәр өс айҙан кәмерәк ваҡытта ғына атҡарылмаһа, фатирҙы тартып ала алмайҙар.Башҡортостан гәзитенән.