Артистар ҙа хәҙер Инстаграмда, "Бәйләнештә" "йәшәй". Популярлығын арттыра, яңылыҡтарын еткерә. Кемдер оҡшай, кемдер бигүк түгел, ә ҡайһы берәүҙәре бөтөнләй "надоел".
Социаль йырҙары менән халыҡ һөйөүен яулаған Илсөйә Бәҙретдинова ошо көндәрҙә үҙенең Инстаграмында ҡыҙыҡ ҡына яҙма баҫтырған.
"Бер ҡатындың аккаунтына яҙылғайным. Ни эшләптер гел үҙенең фотоһын ҡуя был. Һаман нимәлер яҙа. Йә баҫып тора, йә ятып тора... Етмәһә, ауыҙы йәмһеҙ... Бер нимә лә эшләмәй... Эшләй ҙә белмәй... Бына шул тиклем ҡылансыҡ инде, уфффффф... Ул ғына тиерһең. Надоел чистый... Бөгөн тоттом да "отменить подписку" тигән ергә баҫтым да ҡуйҙым. Бына ултырһын хәҙер минһеҙ!!! Шул кәрәк уға!!! Оҡшамаған кеше менән һеҙ ҙә шулай итегеҙ", тип яҙа ул.
Ҡарағыҙ, ысын әле. Йәнгә тейгән кешеләр бар икән, бер төймәгә баҫыу етә. Их, ысын тормошта ла шулай еңел генә булһа икән ул... Башҡортостан гәзитенән.