Новости
14 Августа 2019, 06:12

Асыҡ ауыҙ булмағыҙ!

Белорет ҡалаһында 61 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен ҡалалағы бер банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштыра. Һуңынан банк картаһына бәйле мәсьәләләр тыуыуға һылтанып, уның бер нисә картаһынан 48 мең һум аҡсаһын сәлдерә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ошондай мутлашыусыларҙың ҡулынан тағы ла 52 йәшлек ҡатын зыян күргән. Был юлы уға бер нисә таныш булмаған телефондарҙан шылтыратып, картаһында шикле операциялар уҙғарыла тип алдап, 73 мең һумдан ашыу аҡсаһын күсергәндәр.

Ололар ғына түгел, хатта йәштәр ҙә ундай мутлашыусыларҙың ауына эләгә, шуға ла полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы уяу булырға саҡыра.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас