Новости
14 Августа 2019, 06:13

Ҡартты үлтерәм тип шартлатҡыс ҡуйғандар...

Бөгөн иртән Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Кутузов тыҡрығындағы шәхси йорттарҙың береһендә шартлау була. Ҡапҡа ишегенә тарттырып ҡуйылған шартлатҡысҡа эләгеп, 72 йәшлек өй хужаһы ауыр яралар ала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Зыян күреүсенең ғүмеренә дәғүәселәре ҡул һуҙған тип фаразлана. Ир шәхси йорттарҙа газ ҡорамалдары ҡуйыу менән шөғөлләнгән була, ә был ҡайһы бер әҙәмдәргә оҡшап етмәй.

Әлегә мәлдә хәл асыҡлана, шаһиттарҙан күрһәтмәләр йыйыла, экспертиза үткәрелә.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас