Социаль селтәрҙәрҙәге яңылыҡтар таҫмаһы ла байрам яңылыҡтары менән тулы: район-ҡалаларҙа, ауылдарҙа Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтенә инанған, Ислам диненең изге тәғлимәттәрен хөрмәт иткән кешеләр Ҡорбан ғәйетен еренә еткереп билдәләгән, башҡаларға, иң мөһиме үҫеп килгән быуынға матур өлгө күрһәткән. Ни тиһәң дә, йәмғиәтте борсоған эскелек, наркомания кеүек күренештәргә ҡаршы көрәш алып барыу менән бер рәттән, үҫеп килгәндәргә иманлы-тәүфиҡлы тормош миҫалын күрһәтеү, уларҙы сәләмәт йәшәйешкә ылыҡтырыу ҙа уғата мөһим әлеге заманда.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та республика мосолмандарын изге Ҡорбан байрамы менән ҡотланы. Әйтеүенсә, был яҡты көндәрҙә һәр Аллаһ Тәғәләгә инаныусы үҙенең самими уйҙарын мәңгелеккә бағышларға һәм Хоҙайҙың ярлыҡауына өмөтләнергә тейеш.
Уның ҡотлауында: “Республика мосолмандарының берҙәмлеге, дини ойошмаларҙың әүҙем эшмәкәрлеге арҡаһында Башҡортостанда быуаттар төпкөлөнән килгән традициялар һаҡланып килә, улар йәштәрҙе юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙә тәрбиәләргә ярҙам итә. Ҡорбан байрам яҡты, йомарт һәм шатлыҡлы булһын, беҙҙең изге ғәмәлдәребеҙ төбәктәге милләт-ара татыулыҡты, халыҡтарҙың рухи берҙәмлеген нығытыуға булышлыҡ итһен”, – тигән һүҙҙәр бар.
Өфөлә дини йолаларҙы башҡарыу өсөн ике махсус майҙансыҡ ойошторолғайны. Береһе – Зинин ауылы янындағы “Каруан” сауҙа үҙәге алдында, икенсеһе – Орджоникидзе районында, Төньяҡ автовокзал биләмәһендә.
“Бындай ҡарар дөйөм махсус майҙансыҡ ойоштороуҙың ыңғай һөҙөмтәһен, шулай уҡ ҡаланың төньяҡ өлөшөндә йәшәгән халыҡтың майҙансыҡты Черниковка һәм Инорс биҫтәләренә яҡыныраҡ булдырыу теләген иҫәпкә алып ҡабул ителде. Былтыр “Каруан” сауҙа үҙәге алдында йолалар өсөн берҙәм майҙансыҡ тәүгә эшләне”, – тип белдерҙеләр ҡала хакимиәтендә.
“Ләлә-Тюльпан” мәсетендә байрам вәғәзе иртәнге сәғәт 9-ҙа башланды. Уны Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Рәсәй мосолмандарының баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин уҙғарҙы.
Йәмғиәттә рухты тергеҙеүҙә халыҡтар араһындағы татыулыҡ, төрлө милләт һәм дин вәкилдәре менән берлектәге эш республикабыҙҙың лайыҡлы ҡаҙаныштарының береһе булып тора. Ҡорбан байрамын да Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре байрам итә. “Ләлә-Тюльпан” мәсетендә беҙ бер нисә кеше менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Зөлфиә Алимжонова Үзбәкстандан килгән. Ғаиләһе лә бында, өлкән улы яңыраҡ кәләш алған. Сауҙа менән шөғөлләнәләр.
– Ҡорбан ғәйете – беҙҙең өсөн иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе. Аллаһ Тәғәлә изге эштәр ҡылырға, мохтаждарға хәйер бирергә ҡуша. Беҙ йыш ҡына ошо мәсеткә йөрөйбөҙ, ошонда күңел тыныслығы табабыҙ. Үзбәкстанда был байрам уғата киң билдәләнә, өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығыла. Тик тыуған яҡҡа йыш ҡайтып булмай. Башҡортостанда беҙгә бик оҡшай. Бында тыныс, төрлө милләт вәкилдәре татыу көн итә, – тине Зөлфиә ханым.
Бөгөн улар яҡташтары һәм ғаилә ағзалары менән мул табын ҡорасаҡ, Ҡорбан ғәйетен күркәм итеп билдәләйәсәк.
Киләһе әңгәмәсебеҙ Зиннур Бикбов – Сибай ҡалаһынан, был юлы байрамды Өфө ҡалаһында, ҡыҙының ғаиләһе менән ҡаршылай.
– Ошондай изге байрамды яҡындарым эргәһендә үткәреү үҙе үк ҙур бәхет. Матур көндө туғандар менән йыйылышып, бер-беребеҙгә изге теләктәр еткереп, Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт әйтеп үткәрәбеҙ, – ти ул.
Кеше күңелендә изгелеккә, яҡшылыҡҡа ышаныс мотлаҡ йәшәргә тейеш, шунһыҙ тормоштоң йәме лә, рәте лә булмай, тип инана уҙаман. Ислам тәғлимәттәренең фәҡәт яҡшылыҡҡа, тәүфиҡҡа, тәртипкә әйҙәүен дә билдәләп үтте.
Изге Ҡорбан байрамын билдәләүселәр араһында Наил хажи Ғабдрахманов та бар. Уға 83 йәш, Өфө ҡалаһында йәшәй.
– Мин дингә инанған, ислам тәғлимәттәрен бик хөрмәт иткән ғаиләлә тыуып үҫтем. Йәш сағым совет осорона тура килде. Динде йәмғиәт инҡар иткән осорҙа ла күңелем Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтенә инанды. 2005 йылда хажға барып, рухи яңырыш кисереп ҡайтыу бәхете тейҙе. Ғүмер буйы эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләндем. Бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙем, һигеҙ ейән-ейәнсәрем бар. Тәүфиҡлы, тәртипле булыуҙарына ҡыуанам. Бер хыялым бар – мәсет төҙөтәһе ине. Тик төрлө донъяуи сәбәптәр арҡаһында был эш туҡтап тора. Оло йәштәмен инде... Әммә эшемде балаларым дауам итеренә ышанам. Ҡорбан байрамы – иң ҙур һәм изге көндәрҙең береһе. Кешеләр күңеле рухи яҡтан байырға, берләшергә тейеш. Шулай уҡ был көндә туғандарыңды, яҡындарыңда йыйып, матур табын ҡороу фарыз, – ти Наил хажи.
Байрам вәғәзе тамамланғас, “Ватан” этно-паркында һәм “Башҡортостан” лайфстайл үҙәге алдында “Ҡорбан Хәләл Fest” байрамы үтте. Фестиваль программаһында төрлө саралар – көрәш буйынса спорт ярыштары, байрам концерты һәм былау менән һыйлау ҡаралғайны.
...Ҡорбан килтереү байрамы Исламдың күп быуатлыҡ мәҙәниәтендәге йолаларҙы, мосолмандың иң яҡшы сифаттарын – миһырбанлы, шәфҡәтле һәм рәхмәтле булыуҙы, рухи сафлыҡҡа һәм камиллыҡҡа ынтылышты сағылдыра. Башҡортостанда был байрам киң билдәләнә. Йыл һайын хаж ҡылына, мәсеттәрҙә тыуған ерҙең именлеге хаҡында доғалар яңғырай. Ислам динен тотоусылар өсөн байрам көндәре – рухи камиллыҡ һәм мохтажлыҡ кисереүселәргә иғтибар осоро ул.Башҡортостан гәзитенән.