Новости
13 Август 2019, 08:48

Радий Хәбиров «Алға, Башҡортостан!» әүҙем инвестициялар клубын ойоштороу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Республикала «Алға, Башҡортостан!» әүҙем инвестициялар клубы булдырылды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Әүҙем инвестициялар клубы Советы составында — республика Хөкүмәте, Үҫеш корпорацияһы, Төбәк фонды һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре.
Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылғандокументта билдәләнеүенсә, «Алға, Башҡортостан!» әүҙем инвестициялар клубы уңайлы инвестиция мөхите булдырыу, республиканың инвестиция потенциалын үҫтереү, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары һәм инвесторҙар араһында үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыу, инвестиция эшмәкәрлегенең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса даими мәғлүмәт алмашыуҙы тормошҡа ашырыу» өсөн ойошторолған.
Башинформ.
Читайте нас