Ысынлап та, хәл шаҡ ҡатырлыҡ. Өс йыл элек урам һепереүсе ҡатын Мәскәүҙәге фирмаларҙың береһенә курьер булып эшкә урынлашмаҡсы булған.Ҡатынды алдаштырып, нотариусҡа алып килгәндәр һәм бер нисә документҡа ҡул ҡуйҙырғандар. Һөҙөмтәлә унан фирма “директоры” яһағандар һәм банктан 32 миллион доллар аҡса алған компанияның соучредителе иткәндәр. ”Вазифалы” урам һепереүсе поручителлекте үҙ өҫтөнә алған. Күп тә үтмәй, банк бөлгөнлөккә төшкән, ә бурысты ҡайтарыу хоҡуғы башҡа компанияға бирелгән.