Новости
12 Август 2019, 11:50

Ағыулы үрмәксе тешләгән ауырыуҙар күбәйә

Европала иң ағыулы һаналған үрмәксенең Туймазы районында, Өфөнөң Нуғай ауылында осрауын хәбәр иткәйнек инде.

Әле бына яңыраҡ Әлшәй районының Ибрай ауылында ҡустым өләсәһендә ҡунаҡта саҡта иртән уяныуына ҡулбашында бөжәк тешләгән эҙҙәрҙе күрә. Бер аҙҙан шул урын шешә башлай, тән температураһы күтәрелә.

Дауаханала, һин тешләнеп ауырыған инде алтынсы кеше, тип яуаплайҙар. Ҡустыма аҙнанан ашыу унда йөрөп дауаланырға тура килә.

Күп тә үтмәй, өйҙәгеләр тешләүсене тотоп ала. Фотонан күренеүенсә, ул - тап теге ағыулы үрмәксе.
"Башҡортостан" гәзитенән.


Читайте нас