Рәсәйҙә был балыҡ тәүгә осрай, башлыса ул Тымыҡ, Һинд, Атлантик океандарҙа, 500-700 метрлыҡ тәрәндә генә була, тип билдәләй Рәсәй Фәндәр академияһының Тымыҡ океан институтынан Владимир Раков. Ғалимдар Рәсәйҙә сельд короленең килеп сығыуын аномаль күренеш тип иҫәпләй. Уларҙы ауларға түгел, ә һаҡлау мөһимлеген иҫкәртә.