Новости
10 Август 2019, 18:58

Кемгә 600 мең һум кәрәк?

2001 йылда ун бала тәрбиәләгән ғаиләләргә республика хөкүмәтенән микроавтобус биреү тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Ә 2008 йылдан ул туғыҙ балалы ғаиләләргә лә бирелә башланы. Аҙаҡ уны аҡсалата түләүгә алмаштырҙылар.

Хәҙер ғаиләлә һигеҙ бала тәрбиәләнһә, ата-әсә 600 мең һум аҡса алыуға хоҡуҡлы буласаҡ. Матди ярҙамды 48 ғаилә алды ла инде. Һорауҙарығыҙ булһа, Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль ярҙам министрлығына мөрәжәғәт итегеҙ.
Читайте нас