Новости
9 Август 2019, 09:18

Өй туйлаусылар күбәйә

Мәләүез ҡалаһының Төньяҡ-көнбайыш биҫтәһендә шатлыҡлы ваҡиға булды. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 14 балаға яңы фатир асҡыстары тапшырылды.

– Беҙ ата-әсәһеҙ ҡалған һәм дәүләт ярҙамына мохтаж булған һәр баланы торлаҡ менән тәьмин итергә тырышабыҙ. Шул уҡ ваҡытта фатирҙарҙың өр-яңы йорттан бүленеүенә, төҙөк, сифатлы булыуына иғтибар итәбеҙ, – тине Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов өй туйлаусыларға асҡыс тапшырыу тантанаһында.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас