Был күңелһеҙ хәлдән һуң ресторанда эпидемиологик тикшереү үткәрелгән, һөҙөмтәлә байтаҡ санитария нормаларын боҙоу осрағы асыҡланған, аҙыҡтарҙа эсәк таяҡсалары табылған. Сеймал да, әҙер ризыҡ та бер үк һыуытҡыста һаҡланған, контейнерҙарға билдә һалынмаған. Ҡулды ла, һауыт-һабаны ла, йәшелсәне лә бер үк ваннала йыуғандар.