Новости
9 Августа 2019, 04:05

"Балалар баҡсаһына бомба һалынған!"

Сибайҙа бер ҡатын балалар баҡсаһы мөдиренә килеп, үҙенең бомба һалыуы хаҡында әйтә лә ҡаса.

Добавить в предпочтительные источники Google
Полиция һәм Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәтте тикшерер өсөн мәктәпкәсә тиклемге белем ойошмаһына килгән. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, был хәл 5 августа теркәлгән.

Тикшереүҙән һуң мәғлүмәттең ялған икәнлеге иҫбатланған. "Бомба һалыусы"ның шәхесе лә асыҡланған: 48 йәшлек ҡатын булып сыҡҡан. Ул үҙе лә шартлатҡыс хаҡындағы хәбәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен таныған. Уға ҡарата енәйәт эше асылған.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас