Новости
8 Август 2019, 04:01

Балаһын тапатҡан

Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылында бөгөн өс йәшлек бала автомобиль тәгәрмәсе аҫтында ҡалған.

Республика дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, 35 йәшлек ҡатын “ВАЗ-2110” машинаһынан сыға. Автомобиль үҙенән-үҙе ҡуҙғалып китә һәм эргәһендә торған улын тапай.


Йәрәхәтләнгән баланы дауаханаға оҙаталар. Машинаның үҙенән-үҙе ҡуҙғалып китеү сәбәптәре тикшерелә.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас