Һуңғы көндәрен бизнес-леди Италияла үткәргән, 5 августа ул үҙен насар тойғас, дауаханаға оҙатҡандар, әммә ҡотҡара алмағандар. Мәғлүм булыуынса, ҡатын тиҫтә йылдан ашыу яман шештән сирләгән, ваҡытында уны еңеүгә өлгәшкән. Ләкин ошо көндәрҙә алама ауырыу яңынан үҙен белгертеп, тотош организмдың эшмәкәрлеген туҡтатыуға килтергән.
Алла Вербер Рәсәйҙең иң уңышлы, йоғонтоло ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙарҙың береһе булараҡ билдәле. Стиль, йүнәлеш, мода йәһәтенән ул бала саҡтан уҡ һиҙгерлек һәм алдынғы ҡараш күрһәткән. Ата-әсәһе ҡыҙҙарының, үҙҙәре кеүек, табип булыуын теләһә лә, Алла мода донъяһын яулау өсөн үткән быуаттың 70-се йылдарында Канадаға киткән, 20 йылдан кире әйләнеп ҡайтҡас, “Мәскәү” сауҙа йортона етәкселек иткән. Тап Вербер тырышлығы менән беҙҙең илдә тәүге тапҡыр донъяның Dolce&Gabbana, Gucci, Prada, Brioni кеүек билдәле мода брендтары бутиктары асыла башлаған. Башҡортостан гәзитенән.