«Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡушыуы буйынса, уҙған йылдың октябренән алып ошо мәсьәлә менән шөғөлләндек, — тип һөйләй Полстовалов. — Шул айҙар эсендә нәшриәт йортоноң төп кредиторы — ВТБ банкы менән ауыр һөйләшеүҙәр булды, Төбәк фонды иҫәбенә бурысты һатып алыу эштәре, коллектив менән эш алып барылды, залог тәьминәте менән мәсьәлә хәл ителде. Бик күп суд процестары үтте. Хәҙер беҙ бөлгөнлөк процедураһы туҡтатылған һәм предприятиеның киләсәге яҡты тип ҡыйыу рәүештә әйтә алабыҙ».
Министр вазифаһын башҡарыусы әйтеүенсә, ВТБ менән һөйләшеүҙәр барышында 80 миллион һумлыҡ бурыс дисконтланған, республика «Төбәк фонды» аша нәшриәттең төп кредиторына әүерелгән. Шулай итеп, предприятиены кризистан сығарыу тамамланған, яңы етәкселек тәғәйенләү һәм табышлы эшләй башлау бурысы тора.Башинформ.