Новости
6 Август 2019, 11:34

Өфөлә папиллома вирусын тикшереү буйынса бушлай акция башланды

Өфөнөң ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында кешенең папиллома вирусын тикшереү буйынса бушлай акция башланды. Унда медицина полисы булған 30-39 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Был турала Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Кешенең папиллома вирусы — енси юл менән таралған инфекция. Аналыҡ муйынсаһы, тамаҡ, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр енес ағзаларының яман шеш сиренә килтереүе ихтимал. Рәсәйҙә аналыҡ муйынсаһы яман шеше репродуктив системаның яман шештәре араһында икенсе урынды биләй.
Читайте нас