Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ауған ағастарҙы йыйып алыу менән иртәндән шөғөлләнә. Баш ҡаланың вице-мэры Салауат Хөсәйенов коммуналь-хужалыҡ идаралығына хәүеф тыуҙырырлыҡ ағастарҙы яңынан ҡарап, эре ботаҡтарын йәки ағастарҙы бөтөнләй ҡырҡырға ҡушты.
Бөгөн дә көн елләп тора. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
"Башҡортостан" гәзитенән.