Новости
5 Август 2019, 05:44

Хәбировтың иң тоғро дуҫы кем?

«Был – Ланселот, ғаиләбеҙҙең яңы ағзаһы һәм ғүмерлек дуҫлыҡтың башланған мәле. Бер ҡасан да һине һатмаҫ һәм, үҙенең тоғро эт йәнен йәлләмәйенсә, аҙағынаса бирер...», – тип яҙған Радий Фәрит улы Facebook cелтәрендәге сәхифәһендә.

Республика етәксеһенең яңы дуҫы – немец овчаркаһы менән төшкән фотоһын күптәр ҡыҙыҡһынып ҡараған да инде.


Хатта ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең йорт хайуандарынан Ланселотҡа сәләм дә ебәргән.

"Башҡортостан"гәзитенән.

Фото: Facebook.com
Читайте нас