- Августа ураҡ ҡыҙа, һыу һыуына
- Августа көндәр аяҙ булһа, көҙ ямғырлы һәм бысраҡ булыр
- Августа ҡайындарҙа һары япраҡтар күп булһа, көҙ иртә килер
- 7 августа иртән һалҡын булһа, ҡыш иртә килер, оҙон да булыр
- Ашлыҡ урғанда һалам шыртлап һынһа, ямғыр булыр
- Сөмбөләлә арыш сәс, тамағың булмаҫ ас (сөмбөлә тип 22 августан 22 сентябргә тиклемге осор аталған.)