Магазинға ике ир менән бер ҡатын килеп инә. Улар тауар ҡараған булып йөрөй ҙә, бер аҙҙан 800 һум торған бейсболканы һайлап алып, касса янына килеп баҫа. Береһе янсығынан 5000 һумлыҡ купюра сығара. Икенсеһе, тауарға ташламалар тураһында һорашып, кассирҙы албырғата.
Шул арала аҡсаһын йәшергән ир тауар өсөн иҫәпләшеүҙе һорай. Һатыусы ҡыҙ “аҡсаны алманым” тигәс, теге мут янсығын әйләндереп күрһәтә. Үҙем яңылышамдыр тип, кассир 4200 һумды иҫәпләп, бурҙарға бирә.
Аҙаҡ видеокамералағы яҙманы ҡарағанда, ирҙең аҡсаһын көшөлөгөнә кире һалғаны күренә. Полиция хеҙмәткәрҙәре һатыусыларҙы иғтибарлыраҡ булырға саҡыра һәм, эҙ яҙҙырған был өсәүҙе күреүселәр табылһа, кисекмәҫтән хәбәр итеүҙәрен үтенә.
"Башҡортостан" гәзитенән.