Тирә-яҡ мөхитте бысратҡан матдәләр сығарып ташланған урында ҡомло дамба төҙөлгән.
Бынан тыш, ер аҫтында махсус гидроизоляциялы япма – тәрәнлеге 2 метр тәшкил иткән мембрана урынлаштырылған. Гидротехник ҡоролма ярҙамында Өфөләге эсәр һыу ҡоролмаһына бысраҡ һыу ағып үтеү ихтималы бөтөрөлгән.
Ағын һыуҙарҙы, тупраҡты, йылға төптәрендәге ләмде анализға алып тикшереү дауам итә. Белгестәрҙең раҫлауынса, зарарлы ҡушымталар кәмегән, улар норманан артыҡ түгел.
Полиэф заводы иһә зыянлы ҡалдыҡтарға бәйле сығымдарҙы тулыһынса ҡапларға әҙер.
"Башҡортостан" гәзитенән.