Йорттарға капиталь ремонт үткәреү, уларҙы комплекслы йыһазландырыу буйынса эшмәкәрлектең йәнләнеүе республика халҡына үҙенең торлаҡ-коммуналь шарттарын ярайһы уҡ яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк. Яҡынлашып килгән көҙгө-ҡышҡы осорға ла әҙерлек тейешенсә бара, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы утилләштереү мәсьәләһе аҡрынлап хәл ителә.
– Бында шуныһын һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк: беҙҙең республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар буйынса иң түбән тариф – ҡала халҡы өсөн 70-шәр һәм ауылда йәшәгәндәр өсөн 35-әр генә һум, был граждандарға артыҡ ауырлыҡ төшмәһен өсөн шулай эшләнә, – тине Радий Хәбиров ошо ултырышта.Башҡортостан гәзитенән.