Новости
1 Август 2019, 05:53

Каринэ Хәбированы кем һоҡландырған?

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың хәләл ефете Белорет районының Үҙән ауылы тураһындағы фекерен белдергән.

Ундағы балалар йортоноң ике үҙенсәлеген билдәләп, уның урынлашҡан еренә һәм директорына һоҡланған. “Мария Михайловна Калуцкая 50 йыл балалар мәнфәғәтендә хеҙмәт итә. Бөтә балаларҙың әсәһе, йылылыҡ һәм бөхтәлек тыуҙырыусы, балалар менән бергә үҙҙәренең баҡсаларында үҫтергән йәшелсәләрҙән ҡышҡылыҡҡа тоҙланмалар әҙерләүсе”, – тигән ул.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас