Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 31 июлгә 18 район яҙғы культуралар йыйыуға төшкән. Башлыса арпа менән борсаҡ һуғалар. Иң күп ярауайҙы Дүртөйлө һәм Мәләүез райондарында һуғыуҙары билдәләнгән — 4,6 һәм 4,4 мең. Уңдырышлылыҡ буйынса Саҡмағош игенселәренә тиңдәр юҡ. Бында бер әйләнештән 32 центнер ашлыҡ йыялар.Башинформ.